Бөгөнгө әңгәмә февраль ғына түгел, ә бәлки йылдың иң мөһим сәйәси ваҡиғаһы — Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә бәйле булды. Дәүләт башлығының телмәре икенсе көн рәттән донъяның ваҡытлы матбуғат сараларында төп урында. Иң ҙур тиражлы гәзиттәр, телевидение һәм радиоканалдары Рәсәй Президенты мөрәжәғәнамәһен цитаталар менән билдәләй.
Студия эксперттары — политолог Рәис Тайбугин һәм социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов.