Иғтибар үҙәгендә - 01.03.2023 Климатик ҡоралға йыраҡ түгел

Климатик ҡоралға йыраҡ түгел.
  • Иғтибар үҙәгендә - 01.03.2023 Климатик ҡоралға йыраҡ түгел

Республикала бер-нисә көн рәттән яуған ҡар аномаль күренеш түгел. Яуым-төшөм нормаға тап килә, ситкә тайпылыш юҡ. Бынан тыш, ғинуарҙа, урыны менән һауа температураһының минус 50 градусҡа тиклем төшөүе тураһындағы мәғлүмәт ысындарлыҡҡа тап килмәй. Сөнки, термометрҙарға йыл һайын сертификация кәрәк. Ошо турала география фәндәре кандидаты Инбер Япаров белдерҙе.

Ғалим әйтеүенсә, Башҡортостан аша уҙған циклонды Урал тауҙары ла тотҡарлап тора. "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуы эксперты климатик ҡорал тураһында ла үҙ фекерен еткерҙе.