Республика мәктәптәрендә белем алған балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм уҙғарыуға ҡаҙнанан быйыл 2 миллиард һум аҡса бүленә. Сумма кампанияны тейешле кимәлдә тәьмин итеүгә етергә тейеш. Мәктәптәрҙәге тәүге ял һәм хеҙмәт үҙәктәре иһә, киләһе аҙнала эш башлай. Был турала "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында эфирға сыҡҡан "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуында республика Фән һәм мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү буйынса бүлегенең әйҙәүсе белгесе Рәмзиә Биҡҡужина белдерҙе. Йәй дауамында мәктәп яны үҙәктәре, ҡала эргәһендәге лагерҙарҙа 495 мең бала сәләмәтлеген нығытасаҡ.
Иғтибар үҙәгендә - 17.05.2023 Башҡортостан балаларҙың йәйге ялына әҙер!
Башҡортостан Донецк һәм Луганскийҙан 2 меңгә яҡын уҡыусыны ҡабул итергә йыйына.