Иғтибар үҙәгендә - 24.05.2023 Китаплы Башҡортостан

Башҡортостан үҙенең яңы тарихында беренсе тапҡыр "Китап - Байрам" форумын ҡаршылай.
  • Иғтибар үҙәгендә - 24.05.2023 Китаплы Башҡортостан

Башҡортостан үҙенең яңы тарихында беренсе тапҡыр "Китап — Байрам" форумын ҡаршылай. Был сараны уҙғарыу тураһында республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне. Башҡортостан етәксеһе Указына ярашлы, байрам был аҙнала Өфөнөң тап үҙәге Совет майҙанында эш башлай. Ғөмүмән, китап ҡына түгел, ә мәҙәниәт, хатта мәғрифәти конгресс кимәленә күтәрелә китап һөйөүсөләр осрашыуы. Маҡсатар һәм бурыстар тураһында Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һәм республиканың халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева менән әңгәмә ошо хаҡта.