Башҡортостан һуңғы йылдарҙа иң ҙур ҡоролоҡҡа дусар. Был һүҙ һис тә яңылыш түгел. Республиканың күп райондарында яуым-төшөм бөтөнләй юҡ. Бынан тыш, иртәләрен яландарҙа ысыҡ тамсыһын ла тап итмәҫһең. Ҡорой башлаған йылғаларға һайыҡҡан күлдәрҙе лә өҫтәһәң, ысынлап та, тәбиғәттең хәлен мөшкөл тип атарға була. Башҡортостандың уңдырышлы ялан-баҫыуҙарының ҡаҙаҡ далаларына әйләнеүе ихтималмы?. Һүҙебеҙ ошо турала.
Студия эксперты — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, география фәндәре кандидаты Закира Латыпова.