Баймаҡта уҙасаҡ "Башҡорт аты" фестивале Баймаҡ өсөн түгел, ә Башҡортостанға кәрәк. Ошо турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Форумға әҙерлек барышы яҡын арала тағы бер тикшерелергә тейеш. Ә бына йылҡысылыҡ йүнәлешендә беҙҙең менән күптәр хеҙмәттәшлек итергә теләй. Бөгөнгө һөйләшеү "Башҡорт аты" фестивале һәм йылҡысылыҡ тураһында. Башҡорт аты тигән төшөнсәне нисек һаҡларға, үҫтерергә һәм уны яттарға бирмәҫкә?
Студия ҡунағы - "Ирәндек" фонды эксперт комиссияһы рәйесе Әкрәм Әхмәт улы Хөсәйенов.