Иғтибар үҙәгендә - 13.09.2023 Ирәндеккә тейергә ярамай

Республиканың көньяғындағы Ирәндек һырты һәм Фәйзулла ятҡылығында эҙләнеү эштәре туҡтатыла.
  •  Иғтибар үҙәгендә - 13.09.2023 Ирәндеккә тейергә ярамай

Ошо турала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дүшәмбе кәңәшмәһендә белдерҙе. Был яңылыҡ Баймаҡ менән Әбйәлил райондары өсөн айырыуса әһәмиәтле. Сөнки, урындағы халыҡ борсолоу белдереп, айырым йыйылыштар уҙғарҙы. Геологик тикшереүҙәр үткәреү рөхсәте биргән лицензияны ғәмәлдән сығарыу нимәгә бәйле? Студия ҡунағы Башҡортостан башлығының тәбиғәт ресурстарын ҡулланыу һәм экологик хәүефһеҙлек буйынса йәмәғәт башланғыстарындағы кәңәшсеһе Рәсих Әғзәм улы Хәмитов.