Бөгөнгө һүҙебеҙ милли музыка ҡоралдарыбыҙҙың береһе – ҡурай тураһында. Был мәсьәләне ҡайтанан күтәреп сығыуға сәбәбе лә бар кеүек. Белоретта, мәҫәлән, Белоретта Мөхәммәт Түлебаевты тәбрикләйҙәр. Республикалағы иң билдәле ҡурайсыларҙың береһе хөрмәтенә райондың Шығай ауылында конкурс уҙа. Һынау тотоусылар ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарырға, музыкаль композиция тарихын белергә бурыслы.
Студия ҡунағы — республика Халыҡ ижади үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова.