Федераль грантҡа лайыҡ булған Ҡашҡа ауыл биләмәһе

Башҡортостандан өс ҡала һәм бер ауыл федераль конкурста еңеү яулап грант отто.
  • Федераль грантҡа лайыҡ булған Ҡашҡа ауыл биләмәһе

Мәскәүҙә “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” тигән Бөтә Рәсәй конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Быйыл 78 төбәктән 1 мең 300-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Төрлө номинацияларҙа Октябрьский ҡалаһы – беренсе, Стәрлетамаҡ һәм Учалы – дүртенсе, Асҡын районы Ҡашҡа ауылы биләмәһе — өсөнсө урын алды. Лауреаттарға федераль бюджеттан биләмәләрҙе тәртипкә килтереү өсөн аҡса тапшырыла. Былтыр Бөтә Рәсәй конкурсында республиканан өс ауыл биләмәһе еңеү яулағайны.

Студия ҡунағы - Асҡын районының Ҡашҡа ауылы биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов.