Иғтибар үҙәгендә - 17.01.2024 Дини ғилем

Сәғүди Ғәрәбстан Рәсәй менән хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтергә әҙер.
  • Иғтибар үҙәгендә - 17.01.2024 Дини ғилем

Ике ил араһындағы бәйләнештәр иҡтисади һәм сәйәсәткә генә ҡағылмай. Ғәрәптәр беҙҙең ил менән мәғрифәт йүнәлешендә берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыуға риза. Ул тәү сиратта дини ғилем биреү. Ни тиһәк тә, Башҡортостан һәм Өфө Рәсәй исламының үҙәге, баш ҡалаһы. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының төп уҡыу йорто – Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә, үҙебеҙҙә белем алған имам-хатиптар тураһында әңгәмә ҡоробоҙ бөгөнгө тапшырыу барышында.

Студия ҡунаҡтары — ошо дини уҡыу йорто вәкилдәре мөғәллим Венер Ишбирҙин менән шәкерт Мансур Әхмәтов.