Иғтибар үҙәгендә - 31.01.2024 Яҙыусыларға ижади мөмкинлек

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың Яҙыусылар берлегенең 90 йыллығын билдәләүҙә әҙерлекте башларға бойорҙо.
  • Иғтибар үҙәгендә - 31.01.2024 Яҙыусыларға ижади мөмкинлек

Юбилей сараларын федераль кимәлдә уҙғарыу ниәте бар. Бының өсөн Мәҙәниәт министрлығы төбәктең ҡәләм оҫталары менән бергә эш алып барырға бурыслы. Республика етәксеһенең әҙәбиәтселәргә тағы ла бер үтенесе — уҡыусы һәм яҙыусы араһындағы бәйләнеште ҡайтанан тергеҙеү. Студияла ҡунаҡта шағирә, Башҡортостан яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина.