Иғтибар үҙәгендә - 07.02.2024 Ил Ағаһы

Ил Ағаһының яҡты иҫтәлегенә арнала.
  • Иғтибар үҙәгендә - 07.02.2024 Ил Ағаһы

7-се февраль — Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған көнө. Уға 90 йәш тулған булыр ине. Өфөлә уға бағышланған һәйкәл асылып, Мортаза Рәхимов йәшәгән йорттарҙа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. М. Рәхимов исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Башҡортостанда уға арналған энциклопедия донъя күрҙе.

Студиябыҙ ҡунағы — Башҡортостан Фәндәр академияһының энциклопедия нәшриәтенең бүлек мөдире Гөлдәр Ишкинина. Тап уның менән беҙ Мортаза Рәхимовҡа арналған ҙур тупланма тураһында фекер алышабыҙ.