15-се февраль календарҙа "Ҡыҙыл дата". Бынан тап 35 йыл элек Советтар Союзы ғәскәрҙәре сафында Афғанстанда хеҙмәт иткән һуңғы һалдат ошо дәүләтте ҡалдырып, тыуған еренә ҡайта. Йылдар дауамында барған һуғышта 15 мең хәрбиҙең ғүмере өҙөлә. Интернациональ бурысын үтәгәндә башын һалған һалдаттарҙың 343-сө Башҡортостандан. Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә яҡташтарыбыҙ барлығын оноторға ярамай.
Студиябыҙ ҡунаҡтары ошо һуғышта ҡатнашҡан яугир-интернационалистар Рәшит Кәримов менән Шакир Мырҙабулатов.