“Китап" — белем шишмәһе. Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте кибете адресын үҙгәртә. Милли әҙәбиәтте үҙ итеүселәр хәҙер яңы әҫәрҙәр менән Өфөнөң үҙәк өлөшө — Ленин урамындағы сауҙа нөктәһендә таныша ала.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы, "Китап" нәшриәте магазинына ошо урамда айырым бина бирелә. "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуының сираттағы сығарылышы нәшриәттең яңы маҡсаттары, ташҡа баҫыласаҡ әҙәби әҫәрҙәр тураһында.
Студияла ҡунаҡта — нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.