Башҡортостанда профессиональ труппалар һаны тиҫтәгә яҡын. Улар Өфөнән тыш Салауатта, Сибай менән Стәрлетамаҡта, Туймазыла тамашасыларҙы үҙ ижады, эше менән таныштырып тора. Тик профессиональ актерҙарҙан тыш сәнғәттең был төрөндә үҙешмәкәр артистар ҙа хеҙмәт итә. Улар "халыҡ театрҙарына" берләшкән.
Студияла ҡунаҡта — Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Эльвира Дәүләтбирҙина.