“Әсән” хәрби саҡырыулы яугир, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтәсәк.
Ошо турала Радик Динәхмәтов "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһының "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуында белдерҙе. Медицина ротаһында хеҙмәт итеүсе Радик Динәхмәтов Башҡортостанға әле ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан. Билдәле артист 3 миллион һум аҡсаһын пилотһыҙ осоу аппараттарын һатып алыу, Бишбүләк, Дүртөйлө райондарында маскировка селтәре бәйләү менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә туҡымаға киткән сығымдарҙы ҡаплатыуға бүлә. Радик Динәхмәтов Рәсәй оборона министрлығы менән уҙған йылда контракт төҙөнө. Уның килешеү мөҙҙәте июль айында тамамлана.