Театраль осор репертуарҙы яңыртыу ғына түгел, был ваҡыт тамашасылар менән яңы мөнәсәбәттәр ҡороу, унан тыш үҙ ижадың менән Рәсәй субьекттарына ла сәфәргә сығыу. Яңы миҙгел, бурыстар һәм маҡсаттар тураһында барыр бөгөнгө һүҙебеҙ. Бынан тыш, республиканың мәҙәниәт өлкәһендәге иң абруйлы премияларҙың береһенә дәғүә итеүселәр менән әңгәмә ҡорорға форсат сыҡты.
Студияла ҡунаҡта Өфө "Нур" татар дәүләт театры баш режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин менән Башҡортостандың халыҡ артисы Финә Вәлиева.







