Был фәнни кәңәшмәнең абруйы уның исеме түгел, ә есемендә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары телсе Әхнәф Харисовты иҫкә ала. Уның тыуыуына быйыл 110 йыл тула.
Әхнәф Харисовты күптәр яҙыусы итеп белһә лә, уның ғилми мираҫы башҡорт халҡы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүселәр өсөн айырыуса әһәмиәтле. Бөгөнгө һөйләшеү тап ошо шәхес, уның ғилми мираҫына бәйле булыр.
Студияла ҡунаҡта — филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов.