Башҡорт хор музыкаһы хәҙер махсус антологияла донъя күрәсәк. Бының өсөн Өфөлә беренсе тапҡыр айырым аудиойыйынтыҡ әҙерләнә. Музыкаль антологияны әҙерләүҙәге иң ҙур ҡатмарлыҡ — акустика. Башҡортостандың Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы өсөн аудиоантология әҙерләү ҙур һынау ғына түгел. Был йыйынтыҡ коллективтың ижади яҡтан иң юғары кимәлдә булыуын раҫлай. Тағы ла бер бурыс тамашасыларға башҡорт композиторҙарының уникаль музыкаль мираҫы тураһында һөйләү. Яңы проект һәм уның мөһимлеге тураһында студия ҡунағы - Башҡорт Дәүләт академия хор капеллаһының художство етәксеһе, баш дирижер Алһыу Хәсбуллина менән әңгәмәлә тыңлағыҙ
Иғтибар үҙәгендә - 23.10.2024 Башҡорт хор музыкаһы хәҙер махсус антологияла донъя күрәсәк
Тупланмала башҡорт композиторҙарының 1940-сы йылдан ижади ителгән әҫәрҙәре яҙыла.