Иғтибар үҙәгендә - 30.10.2024 Колледждарҙың артабанғы яҙмышы

Тапшырыу һәр шаршамбы, Өфө ваҡыты менән 13 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Иғтибар үҙәгендә - 30.10.2024 Колледждарҙың артабанғы яҙмышы

Башҡортостанда махсус һөнәри белем биреү йорттарында уҡыусы студенттар һанын кәм тигәндә лә, 2 000-гә арттырыу бурысы тора. Ошо хаҡта република башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Бындай тәҡдим, дөрөҫөрәге, талаптың урыны ла бар. Сөнки, бер-нисә йылдан эшсе һөнәрҙәргә эйә булыусыларға ҡытлыҡтың тыуыу ихтималлығы ҙур. Икенсенән, бөгөнгө шарттарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Бөгөндән үк заводтарҙа иретеп йәбештереүсе, слесарҙар кәмей. Өлкән быуынды алыштырыға йәштәр аҙ. Дөйөм алғанда, республикала эшсе һөнәрҙәр һайлаусылар бармы, студенттарҙы нисек махсус урта белем биреү йорттары, техникум-колледждарға йәлеп итергә? Бөгөнгө һөйләшеү ошо хаҡта. Студия эксперты — Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжы директоры Сынтимер Биктимер улы Баязитов.