Иғтибар үҙәгендә - 06.10.2024 Башҡорт телевидениеһына 65 йыл

Башҡорт телевидениеһына 65 йыл.
  • Иғтибар үҙәгендә - 06.10.2024 Башҡорт телевидениеһына 65 йыл

Тотош бер дәүергә тиң ошо ваҡыт. Бәләкәй генә студиянан башлап, ҙур телекомпанияға әйләнгән каналдың үҙ йөҙө, үҙ һүҙе һәм иң мөһиме – тамашасыһы бар. Быуатлыҡ тарих түгел был юбилей. Тик уның әһәмиәте икенселә – телде һаҡлауға, уны үҫтереүгә индергән өлөштө баһалау мөмкин түгел. Башҡорт телевидениеһы, уның уҙғаны, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ — тапшырыуҙары, проекттары аша яҡшы таныш булған Луиза Фархшатова.