Башҡортостанда ҙур сара көтөлә. Рәсәй генә түгел, ә бәлки, донъя кимәлендәге был осрашыуҙарҙың маҡсаты мәҙәниәт, әҙәбиәткә генә ҡағылырға тейеш түгел. Милләттәштәребеҙ бөгөн глобаль мәсьәләләргә иғтибар бүлергә тейешле. Телде һаҡлау менән бер рәттән йәштәрҙе үҫтереү, уларға тейешле ғилем биреү, тимәк, уларҙың яҙмышын хәстәрләү һәм иң мөһиме – башҡорттарҙы берләштереү булырға тейеш ошо осрашыу һөҙөмтәһе.
Студияла ҡунаҡта — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.







