Быйыл иһә, проектта үҙҙәренең берҙәмлек көсөн һынап ҡарарға биләмәнең Әмир ауылы халҡы теләк белдергән. Конкурста еңгән осраҡта, Әмирҙәр ауыл клубын ремонтларға ниәтләй. Мәҙәниәт йортоноң түбәһен яңыртырға, тәҙрәләрен алмаштырырға, йылытыу системаһын йүнәтергә эсе һәм тышҡы яғын тышлау талап ителә. Ун кешенән торған инициатив төркөмгә иһә, ойоштороу-аңлатма эшен алып барыу бурысы йөкмәтелгән. Ҡашҡа ауылы биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов һөйләй.
Проектты бойомға ашырырға 1 миллион 138 мең һум аҡса кәрәк. Конкурсты уңышлы үтеп сыҡҡанда республика ҡаҙнаһынан 800 мең, район бюджетынан- 202 мең һум аҡса бүленәсәк. Ауыл халҡы дөйөм 64 мең һум тапшырһа, бағыусыларҙан 72 мең аҡса йыйырға ҡала.