"Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы" тупланмаһы төрлө милләттәрҙең аш-һыуы, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәренә, хатта балалар уйындарына арналған. Фундаменталь хеҙмәт өҫтөндә эш бер-нисә йыл дауамында алып барылған. Республиканың халыҡ ижады үҙәге белгестәре һәм Башҡортостан ғалимдарының уртаҡ хеҙмәте тәү сиратта киләсәк быуын өсөн тәғәйенләнә.
Студияла ҡунаҡта — Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Түлыбаева.







