Иғтибар үҙәгендә - 19.02.2025 Уҡытыусыларҙы яҡларға кәрәк!

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин Рәсәй уҡытыусыларын яҡлау буйынса механизмдар әҙерләү кәрәклеге белдерҙе.
  • Иғтибар үҙәгендә - 19.02.2025 Уҡытыусыларҙы яҡларға кәрәк!

Хәҙер мөғәллимдәрҙе йәберләү, хатта уларға ҡул күтәргән балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен яуапҡа тарттырыуҙары ихтимал. Бының сәбәптәре лә бар. Ил мәктәптәрендә мөғәллимдәрҙе мыҫҡыллау осраҡтары йышая. Буллинг хатта интернетҡа ла күсте.

Студияла ҡунаҡта — Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультеты деканы Лилиә Халикова.