Кесаҙнала Башҡортостандағы иң ҙур социаль конкурстарҙың береһе – “Айыҡ ауыл” форумы йомғаҡтары иғлан ителә. Республиканың 53 районы ҡатнашҡан был сара үҙенең әһәмиәтлеген күптән раҫланы. Ул социаль сәйәсәткә генә ҡағылмай. Күп кенә проблемалар хәл ителгән. Ошо турала Радий Хәбиров белдерҙе. Студиябыҙ ҡунағы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов.
Иғтибар үҙәгендә - 14.05.2025 Киләсәк нигеҙе – айыҡлыҡ
Бөгөнгө һүҙебеҙ айыҡлыҡҡа арнала