Мөхәмәтша Буранғоловтың сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алған ошо эпосты тиҫтәләрсә йылдар өйрәнелһә лә, уның асылына төшөп етеүе ҡатмарлы. Һүҙебеҙ тап "Урал батыр" эпосына бәйле. Уның сәбәбе лә бар. Быйылдан Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө үтә. Студиябыҙ ҡунағы — башҡорт эпостарын тикшереүсе төп ғалимдарҙың береһе, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминов.
Иғтибар үҙәгендә - 28.05.2025 "Урал батырҙың" әйтер һүҙе
Башҡорт халҡы ғына түгел, ә донъяның мәҙәни мираҫтары исемлегенә ингән "Урал батыр" эпосы яҙып алыныуға 115 йыл.