Иғтибар үҙәгендә - 30.07.2025 Яңы китаптар

Рәсәйҙең мәғариф системаһында иң ҡыҙыу осор.
  • Иғтибар үҙәгендә - 30.07.2025 Яңы китаптар
Белем биреү тармағы яңы уҡыу йылына әҙерлекте башлай.
Һүҙ мәктәптәр төҙөклөгө, балалар һаны, уларҙы туҡландырыу, хәүефһеҙлек кенә түгел. Бөгөн тағы бер яңылыҡ – яңы уҡыу йылындағы яңы дәреслектәр. Быйылдан федераль исемлеккә яңы 104 әсбап индерелгән.
Студия ҡунағы — Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығының уҡыу әсбаптары нәшер итеү бүлеге етәксеһе Флүзә Ғайсина.