Иғтибар үҙәгендә - 24.09. 2025 Кәсепленең кеҫәһе мул булыр

Башҡортостанда халыҡ кәсептәре, замана теле менән әйткәндә, креатив индустрияны үҫтереүгә иғтибар арта.
  • Иғтибар үҙәгендә - 24.09. 2025 Кәсепленең кеҫәһе мул булыр

Республика ҡаҙнаһы, мәҫәлән, ошо юҫыҡта эш алып барыусы кәсепселәргә ярҙам өсөн миллиондарса һум аҡса бүлергә лә әҙер. Бөгөн субьектта 9 меңдән ашыу кеше тап кәсепселекте тергеҙеү менән мәшғүл. Улар былтыр яҡынса 300 миллион һумлыҡ тауар етештереп һатҡан. Бөгөнгө һүҙебеҙ халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә бәйле.

Студия ҡунағы – Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" үҙәге белгесе Хәмдиә Дәүләтова.