Иғтибар үҙәгендә - 19.11.2025 Буллинг һәм уның сәбәптәре

Башҡортостан мәктәптәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәр йышая.
  • Иғтибар үҙәгендә - 19.11.2025 Буллинг һәм уның сәбәптәре

Һүҙебеҙ буллинг, йәғни, балаларҙың бер-береһен ҡыйырһытыуы тураһында. Ошондай ваҡиғалар тураһында хәҙер көн дә тиерлек ишетеп торабыҙ. Ишембайҙағы белем усаҡтарының береһендә ҡыҙ баланы йәберләү, Дыуандағы Һикеяҙ ауылында синыфташ малайҙарҙың үҙ-ара һуғышыуы һәм башҡалар. Миҫалдар бының менән генә бөтмәй. Ни өсөн бөгөн үҫмерҙәр бер-береһен ҡыйырһытыуҙан йәм һәм тәм таба, ни өсөн беҙ үҫеп килгән быуындың ошондай аҙымға барыуына шаһитбыҙ?

Студия ҡунағы — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Ддәүләт педагогия университеты доценты, педагогика фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Сибаева.