Тура-хан кәшәнәһенә халыҡ-ара статус биреүҙе юллау иң юғары кимәлдә бара. Проектты бойомға ашырыу республика Хөкүмәтенең айырым күҙәтеүендә. Шишмәләге архитектур ҡомартҡы һәм уны һаҡлау, ғөмүмән, Башҡортостанда табылған артефакттар тураһында барҙы бөгөнгө һүҙебеҙ.
Студия ҡунағы — Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.







