Иғтибар үҙәгендә - 04.02.2026 Йәмғиәтте берләштереү

Республикала йылдың көтөлгән иң мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе – Башҡортостан башлығының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе иғлан ителде.
  • Иғтибар үҙәгендә - 04.02.2026 Йәмғиәтте берләштереү

Радий Фәрит улының быйылғы сығышы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Дәүләт советы ағзалары менән кәңәшмәһендә күтәрелгән төп мәсьәләләргә нигеҙләнгән. Мөрәжәғәттең төп пункттары, әлбиттә,махсус хәрби операция. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, бөгөн Рәсәй дошманы украина халҡы түгел, ә туғандаш халыҡтар араһында кәртә ҡуйған Европа гегемонияһы.

Студия ҡунағы - Башҡортостан парламенты депутаты, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы коммунистар фракцияһы вәкиле Юнир Ҡотлоғужин.