Иғтибар үҙәгендә - 01.07.2026 Ғәрәп дәресе

Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан мәктәптәрендә яңы уҡыу йылында яңы үҙгәрештәр.
  • Иғтибар үҙәгендә - 01.07.2026 Ғәрәп дәресе
Хәҙер белем биреү усаҡтарында сит телдәр дисциплинаһына яңы тел өҫтәлә. Мәктәптәрҙә ғәрәп телен өйрәнәсәктәр. Был турала илдең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе. Әммә, яңы фәнде уҡытыу алдынан бер шарт бар. Ғәрәп теленән балаларға һабаҡ бирерлек мөғәллимдәр булыуы кәрәк. Ғөмүмән, ни өсөн тап ғәрәп теле һәм был үҙгәрештәрҙең сәйәси нигеҙе бармы. Һүҙебеҙ ошо хаҡта барыр.
Студиябыҙ ҡунағы — БДПУ-ның төрки һәм көнсығыш филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Айтуған Куланчин.