Ҡасандыр Джунгария, Монголия, Ҡаҙағстан һәм Көнбайыш Себер, Байкал аръяғы, Волга һәм Урал араһындағы айырым урындарҙағы далаларҙы иңләп йөрөгән Пржевальский аттарын хәҙер республикала үрсетергә ниәтләйҙәр. Был турала Радий Хәбиров бынан ике аҙна элек белдерҙе. Рәсәйҙә ошо йәһәттән тәжрибә лә юҡ түгел. Ырымбур далаларында, мәҫәлән, ошондай йылҡылар бар. Дөрөҫөрәге – ҡырағай аттар. Бөгөнгө һөйләшеү ҡыҙыҡлы ла булмаҡсы. Бынан тыш беҙ, башҡорт йылҡыларын да иҫкә алырбыҙ. Тарпандар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ.
Студиябыҙ ҡунағы – башҡорт тоҡомло йылҡыларҙы һаҡлау буйынса фондтың эксперт комиссияһы рәйесе Әкрәм Хөсәйенов.







