Был — бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының беренсе һөҙөмтәләре. Ил кимәлендә үткәрелгән кампания сәйәси, ижтимағи һәм иҡтисади яҡтан әһәмиәтле. Ошо хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе кәңәшмәһендә айырым белдерҙе. Студияла ике эксперт.
А. Йәнгиров - Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы. Г. Камалова — сәйәсәт фәндәре кандидаты, Башҡортостан башлығы эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы кафедра мөдире, доцент.