Иҡтисади Башҡортостан - 31.10.19 Алдағы 5 йыл эсендә Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын 170 меңгә еткереү күҙаллана

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 31.10.19 Алдағы 5 йыл эсендә Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын 170 меңгә еткереү күҙаллана
  • Иҡтисади Башҡортостан - 31.10.19 Алдағы 5 йыл эсендә Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын 170 меңгә еткереү күҙаллана
Өфөлә “Минең бизнесым” форумы үтте.
Алдағы 5 йыл эсендә Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын 170 меңгә еткереү күҙаллана. Йәғни 25 процентҡа арттырыу. Эшҡыуарлыҡ темаһын йәнә иғтибар үҙәгенә сығарабыҙ. Быға Өфөлә үткән “Минең бизнесым” форумы ла ниндәйҙер кимәлдә сәбәп. Сараға беҙ әле әйләнеп ҡайтырбыҙ. Ә эшҡыуарлыҡ тураһында әйткәндә, Совет кешеһе менталитетында һаран, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан, ниндәйҙер кимәлдә алдаҡсы образ булып һаҡланып ҡалған ул йүнселлек. Заман башҡа — заң башҡа, әммә 30 йылға яҡын ваҡыт үтеп, яңы быуын үҫеп етһә лә ана шул ҡалыплашҡан фекер йүнселлекте ил ҡаҙнаһының төп сығанағы, йәшәйештең айырылғыһыҙ өлөшө, замана талабы тип ҡарарға ҡамасаулай тиһәм яңылыш булмаҫ.
“Минең бизнесым” – федераль проект, Башҡортостанға килеп еткәнсегә тиклем, ул 7 ҡалала ойошторолдо. Уларҙа 15 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Ә Өфөләге сараға 4 мең ярым кеше йыйылды. Быны күрһәткес тип һанарға кәрәкме? Кәрәктер, сөнки Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, уны популярлаштырыу һүҙҙән эшкә күсеүенә шаһитбыҙ бөгөн. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең “сентябрь” Указдарында амбициоз план билдәләне — кесе һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүлдәр һанын 500 меңгә еткереү. Дәүләт яғынан нигеҙ бар. Сентябрь айында Өфөлә ике үҙәк булдырылды. Форум исеме менән бер атамалағы офистарға эшҡыуарҙар килеп дәүләт хеҙмәттәрен алыу мөмкинлегенә эйә, ябай кешеләр үҙ эшен асыу үҙенсәлектәре менән таныша ала. Студия ҡунаҡтары: “ОПОРА России” Бөтә Рәсәй кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева, эшҡыуар Әлиә Әлмөхәмәтова.