2020 йылда Башҡортостан бюджетта эшләүселәрҙең эш хаҡына бүленергә тейешле сумманы 1 миллиард 600 миллион һумға арттыра. 3 йыл эсендә ул 10 миллиардҡа үҫергә тейеш. Һәр хәлдә алдағы йылдарға бюджет проектында шулай билдәләнгән. Сығымдарҙың әлегәсә булмаған 14 миллиард һумы ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездар, лифттар, һыуүткәргестәрҙе ремонтлауға, урамдарҙы яҡтыртыуға йүнәлтелер тип фаразлана. Һүҙ бюджет хаҡында булыр. Шулай тигәндә, республиканың алдағы йылға планлаштырылыр төп финанс проектына күҙ һалып китмәксебеҙ. Әйткәндәй, алдағы аҙнала Башҡортостандың 2020 йылға 21-22 планлы осорға бюджет проекты буйынса Йәмәғәт тыңлауҙары үтә. Ҡаҙналағы аҡсаларҙы файҙаланыуға бәйле тәҡдим-фекерҙәрҙе башҡарма власть органдарына һәм депутаттарға төбәп бирергә мөмкин. Студия ҡунаҡтары: Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәлиә Ғәлимова һорауҙарға яуап бирә.
Иҡтисади Башҡортостан - 14.11.19 Башҡортостандың 2020-се йылға бюджет проекты буйынса Йәмәғәт тыңлауҙары үтәсәк
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 14.11.19 Башҡортостандың 2020-се йылға бюджет проекты буйынса Йәмәғәт тыңлауҙары үтәсәк