Кибет кәштәһенән һөт йә ит ризыҡтарын һатып алғанда, уның составында ана шул ит йә һөт бармы икән, тигән сәйер һорау тыуа.
Башҡортостан иһә, аграр төбәк булараҡ, үҙен таҙа, тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән хәләл продукция менән тәъмин итә алалыр, тигән ышанысҡа нигеҙ бар. Сөнки, ауыл кешеһе һатыуға тигән малын үҙенә һуғымға аҫрағандай итеп тәрбиәләй. Уның ҡарауы, даими ветеринар тикшереүҙәр ҙа сифат һағында торалыр, тип ышанабыҙ.
Профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы Мәрйәм Маликова менән мал аҙығы, үҫемлекселектәге технологиялар һәм тармаҡтағы мәсьәләләр хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ.