Иҡтисади Башҡортостан. Һаулығың ни хаҡ? Римма Үтәшева менән фекер алышыу

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан. Һаулығың ни хаҡ? Римма Үтәшева менән фекер алышыу
  • Иҡтисади Башҡортостан. Һаулығың ни хаҡ? Римма Үтәшева менән фекер алышыу

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Тик ул байлыҡтың ҡәҙерен юғалтҡас ҡына таныйбыҙ. Бөгөн һүҙ халыҡ сәләмәтлеге тураһында булыр. Теманы Һаулығың ни хаҡ? – тип, һорау менән билдәләйбеҙ.

Һаулыҡты һатып алып булмай тиһәк тә, һаулығың тәнеңде ҡалдырып китә башлаһа ана шул матди хәлеңә килеп терәлә лә инде артабанғы көнөң. Илдә һуңғы бер нисә йылда һаулыҡ һаҡлау тармағында барған үҙгәртеп ҡороуҙар медицина хеҙмәттәренең күпселеген түләүлегә әйләндерҙе. Дәүләт башҡарырға тейешле социаль гарантия – милләт сәләмәтлеге өсөн аҡса түләү кәрәклеге халыҡта киң тәнҡитләү тапты. Тәнҡит менәнме инде, медицина әлегә проблемалы тармаҡтар исемлегенән һыҙып ташланмаған.

Баҙар иҡтисадына яраҡлашып барған һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бөгөн тәртиптең булмауы хаҡында әйтеп тороу артыҡ. Миҫал өсөн, дарыуханаларҙы ғына алғанда, йәнәш торған шәхси аптекаларҙың икеһендә төрлө хаҡ, сифат тураһында әйтеүе лә ауыр. Юғиһә, бөгөн фармацевтика тармағы ялған продукция эшләү буйынса беренсе урында тора. Дәүләттең ниндәй гарантиялары бар һуң, милләттең һаулығы хаҡында ул тәү сиратта хәстәрлек итергә тейеш түгелме? Һорауҙар сикһеҙ, яуап ҡына юҡ. Булғаны ла сирленең хәлен яҡшыртмай бит әле. Глобализаяция ҡолона әүерелеп сәләмәтлек хаҡында онотҡан кеше үҙе лә ғәйепле был урында.
Баҙар шарттарына көйләнгән дарыуханаларҙың ни булһа ла ҡиммәтлене һатып ебәрергә тырышыуы, фармкомпаниялар кеҫәһен ҡалынайтыуға табиптар ҙа үҙ өлөшөн индереүе хаҡында имештәр буштан килеп сыҡмайҙыр.

Башҡортостан медициналағы айырым уңыштары менән башҡаларҙан бер аҙ айырылып торалыр, шулай ҙа беренсел ярҙам аҡһай. Быны хөкүмәт тә таный, ниҙер эшләнә кеүек. Бөтәһе лә әлеге шул аҡсаға барып терәлә.
Ә үҙебеҙ нимә эшләйбеҙ һәм нимә эшләй алабыҙ тигән һорауҙы кем биреп ҡарағаны бар? Сәләмәт тормош – сәләмәт булыуҙың тәү нигеҙе түгелме икән?
Һорауҙар күп һәм күп яҡлы. Уларҙың барыһын да асыҡлап бөтөрлөк тә түгел. Шулай ҙа билдәле булғандарынан башҡаларына яуап табырбыҙ. Тапшырыуыбыҙ ҡунағы Дәүләт йыйылышы –Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рима Әмир ҡыҙы Үтәшева.