Иҡтисади Башҡортостан - 12.12.19 Республика башлығының Мөрәжәғәтнамәһендәге иҡтисади аспекттарға байҡау

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 12.12.19 Республика башлығының Мөрәжәғәтнамәһендәге иҡтисади аспекттарға байҡау
  • Иҡтисади Башҡортостан  - 12.12.19 Республика башлығының Мөрәжәғәтнамәһендәге иҡтисади аспекттарға байҡау

Беҙгә берләшергә ваҡыт. Тарҡау йәмғиәттә үҫеш булмаясаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә үҙе әйткәнсә лозунгылар яңғыраманы. Әммә “берҙәмлек” башланғысы айырылып торҙо был сығышта.
Ағымдағы аҙна республика тормошонда тип әйтәйекме, республика тормошо өсөн тиһәк тә була, мөһим бер рәсмилектән ғибәрәт ине. Шишәмбелә йыллыҡ мөрәжәғәтнамә яңғыраны. Тәьҫораттар йәһәтенән бик көслө булды ул.
Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға тип рәсми төбәлгән, әммә башҡарма власть органдарына ла, сәйәсәттәге һәм сәйәсәткә ҡыҫылышы булмағандарға ла ҡағылышылы булды. Алдағы ярты сәғәттә Республика башлығы мөрәжәғәтнәмәһендәге иҡтисади аспекттарҙы тикшереп үтербеҙ. Был хаҡта Башҡортостандың Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Азат Йәнгиров менән һөйләшәбеҙ.