Иҡтисади Башҡортостан - 04.06.20 Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһында

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 04.06.20 Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһында
Иҡтисади Башҡортостан - 04.06.20 Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһында

Илебеҙҙең төп документы — Конституцияға үҙгәрештәр индереү темаһы һуңғы бер нисә ай көн ҡаҙағынан юғалып торҙо. Пандемия осоронда ул да үҙҡурсаланыуға ябылды булһа кәрәк. Вирус килер ҙә китер, ә бына илдең алдағы йылдарға, хатта тиҫтәләрсә йылдарға, бәлки быуатҡа киләсәген билдәләр төп законды ситкә ҡуйыу ярамаҫ. Конституцияға үҙгәрештәр буйынса тауыш биреүҙең яңы датаһа ла, яңы форматы ла билдәле. Тауыш биреү бер аҙна буйына дауам иттәсәк. 6 көн һайлау комиссиялары кешеләрҙең өйҙәре буйлап йөрөйәсәк, ә 1 июлдә шартына килтереп дөйөм тауыш биреү көнө ойошторола. Был көн ял тип иғлан ителгән. Форматына килгәндә ҡайһы бер төбәктәрҙә ул электрон рәүештә үтеүе ихтимал. Мәскәү, Санкт-Петербург, Нижегород өлкәһе, Красноярск крайы һәм Карелия республикаһы дистанцион тауыш биреүгә әҙер булыуын белдергән. Хәтергә төшөрөп китәйек, Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен 15 ғинуарҙа Федераль йыйылышыҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Президент ишеттерҙе. Шунда уҡ эшсе төркөм булдырылды, 400-гә яҡын төҙәтмә ҡабул ителеп, шуларҙың яртыһы документҡа инде. Үҙгәрештәр бихисап: власть өҫтөнән контролде көсәйтеү, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, социаль гарантиялар, хеҙмәт кешеһе, ғаилә ҡиммәттәре, медицина, тәбиғәтте һаҡлау.
Эксперттар: Республика Йәмәғәт Палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Валеев. Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаты Рима Әмир ҡыҙы Үтәшева, Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаты Руфина Алик ҡыҙы Шаһапова, Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Ләйсән Рәсүлевна Ғарипова