Иҡтисади Башҡортостан - 18.06.20 Яңы машина... һәм ҡыйбатлы кредит!

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 18.06.20 Яңы машина... һәм ҡыйбатлы кредит!
Иҡтисади Башҡортостан - 18.06.20 Яңы машина... һәм ҡыйбатлы кредит!

Өфөлә сираттағы автосалондарҙың береһендә ғауға ҡупты. Матур рекламаға ышанып тишек кәритәлә ҡалған клиенттар салонға штурм яһаны. "Баш Карт" автосалонында кисә булған ғауға тураһында сюжет "Рәсәй1-Башҡортостан" телеканалы эфирында сыҡҡас, яңылыҡ йәшен тиҙлеге менән интернетта таралды. Комментарийҙар, фекер алышыуҙар. Ғәйепләүҙәр ҙә етерлек унда. Берәүҙәр агрессив реклама менән осһоҙ хаҡ һәм түбән процент вәғәҙәләгән автосалонды ғәйепләһә, бәғзеләр, ә ундайҙар күпселек — алданған клиенттарҙы ғәйепләй. Аңһыҙлыҡта. Ниндәй документҡа ҡул ҡуйғаныңды әҙерәк булһа ла аңларға кәрәк, тиҙәр.

Эксперттар:Рәүеф Кәлимуллин, Азат Садыҡов, Гүзәл Харрасова, Ришат Ғәниев, Искәндәр Юлдашев.