Һайлауға бер аҙна ваҡыт. Рәсәйҙә бөгөндән Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдиме буйынса тауыш биреү башланды. Уны алдан башҡарырға, өйҙән тороп та атҡарырға мөмкин. Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө тип 1-се июль датаһы тәғәйенләнһә лә, коронавирус таралыу хәүефенә бәйле граждандарға альтернатив ысулдар тәҡдим ителде. Мәҫәлән бөгөндән алдан тауыш биреү башланды. Республикала 3 мең 395 тауыш биреү участкаһы эшләй. Һәр кем үҙ участкаһына барып илдең төп законын яңыртыуға бәйле фекерен ҡағыҙҙа теркәй ала, бара алмағандар комиссия ағзаларын өйгә саҡыртып та тауыш бирә. Конституцияға индерелгән үҙгәрештәрҙең ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгәндәре хаҡында әңгәмә ҡоабыҙ. Студияла ҡунаҡта социология фәндәре кандидаты, демограф Илгиз Солтанморатов.
Иҡтисади Башҡортостан - 25.06.20 Рәсәйҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдиме буйынса тауыш биреү башланды
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 25.06.20 Рәсәйҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдиме буйынса тауыш биреү башланды
