Иҡтисади Башҡортостан - 10.09.20 Милли йүнәлештәге бизнес үҫешәме?

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 10.09.20 Милли йүнәлештәге бизнес үҫешәме?
Иҡтисади Башҡортостан - 10.09.20 Милли йүнәлештәге бизнес үҫешәме?

Түшелдерек, селтәр, биҙәүестәр, милли кейем, һәм ниһәйәт милли аш-һыу. Эйе, ул бар -милли йүнәлештәге бизнес. Бик йылдам ғына үҫешә, тимәк ихтыяж да бар.

Бынан 10-15 йылдар элегерәк милли кейемдәге кешене урамда осратыу нисектер ят ине, был кешегә клуб сәхнәһенән кейемен алыштырырға онотоп сыҡҡан кеүек ҡарар инек. Ә хәҙер был мода, тренд, заманса, рухты сағылдырыусы бер күрһәткес булараҡ ҡабул ителә. Әйткәндәй иртәгә Башҡортостанда республика халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә. Милли аш-һыуҙа ла шул уҡ мөнәсәбәтте күҙәтәбеҙ. Ҡорот йә ҡымыҙҙы район үҙәктәрендәге баҙарҙа ғына осратаһың, Өфөлә уны һатып алыу бөтөнләй тиерлек мөмкин түгел ине, ауылдан күстәнәс итеп ебәрһәләр генә ауыҙ итәһең. Бөгөн уларын да бер ҡыйынлыҡһыҙ табырға ла һатып алырға ла була. Бында баҙар ҡанундары эшләй – ихтыяж булғас тәҡдим дә барлыҡҡа килә.

Әммә... Әммә, тип ҡаршылыҡ белдерәбеҙ, сөнки был тәңгәлдә лә баҙар ҡанундарына хас проблемалар етерлек. Улар хаҡында студия ҡунағы шәхси эшҡыуар Айгөл Иҙелбаева менән әңгәмәләштек.