Иҡтисади Башҡортостан - 08.10.20 "Туристик кэшбек" программаһының икенсе этабы буласаҡ

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 08.10.20 "Туристик кэшбек" программаһының икенсе этабы буласаҡ
Иҡтисади Башҡортостан - 08.10.20 "Туристик кэшбек" программаһының икенсе этабы буласаҡ

Тапшырыуҙың бөгөнгө сығарылышында туризм темаһына туҡталабыҙ. Быға ғәйәт яҡшы ғына сәбәп тә бар. Рәсәйҙә туристик кэшбек тигән атама алған программаның икенсе этабы буласағы хаҡында иғлан иттеләр. Дөрөҫөрәге иғлан итеү генә түгел, Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиның ошо туралағы ҡарары ла донъя күрҙе. 20 процентлыҡ кэшбэкты хәҙер эре туристик ойошмалар ғына түгел, кесе отелдәр ҙә тәҡдим итә аласаҡ. Август айындағы тәүге һынау бихисап етешһеҙлектәрҙе асыҡланы, был юлы барыһы ла иҫәпкә алынған тип билдәләйҙәр Ростуризмда.
Ҡыҫҡаһы шифахана, турбаза, отель йә ҡунаҡханала түләгән хаҡытың 20 процентын дәүләт кире ҡайтарып бирә. Һүҙ әлбиттә Рәсәй эсендә ял итеүселәр хаҡында. Кем ала, ни рәүешле, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, һ.б. ?һорауҙарға туризм буйынса белгес Айгөл Рәхмәтуллина яуап бирә.