2021 йылда йүнселдәрҙең 30 процентҡа тиклеме күләгәлә эшләйәсәк, йәғни рәсми теркәлмәйенсә аҡса эшләү юлын һайлаясаҡ. Әлеге ваҡытта ундайҙар 20 процент тирәһе тәшкил итә тигән фараздар менән бүлешә эксперттар. Пандемия, һалым системаһындағы үҙгәрештәр, иҡтисади көрсөк... былар барыһы ла бизнесты күләгәгә ҡыуа. Ни өсөн күләгәгә ҡаса кесе бизнес? Беренсенән Рәсәйҙә әлегә эшҡыуарлыҡты башлап ебәреү иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе булып ҡала. Бөгөн рәсми теркәлеү үттең, иртәгәнән пенсия, медицина страховкаһын түлә, һалым тураһында ла онотма. Старт өсөн капиталды бер кем дә һиңә “мә” тип тоттормай, банктар кредит бирмәй, бирһә лә проценттарында ғына бөлгөнлөккә төшөрлөк шарттар менән...
Икенсенән, әлеге лә пандемия. Бихисап тармаҡтар яҙ айҙарында уҡ ҡабул ителгән етди сикләүҙәр ҡорбаны булды. Эҙемтә булараҡ иҡтисади көрсөк үҙ мөһөрөн һала... Тауар, хеҙмәттәргә ихтыяж кәмей.
Өсөнсөнән, кесе бизнесты күләгәгә ҡасырға мәжбүр иткән ҡарар, 2021 йылдан илдә Эшмәкәрлек төрөнә бәйле берҙәм һалым йәғни ЕНВД бөтөрөлә. Был бихисап йүнәлештәр, башлыса сауҙа тармағындағылар өсөн һалым хаҡының артыуы, отчеттарға бәйле мәшәҡәттәрҙең күбәйеүе тигән һүҙ.
Үрҙә, шәхсән минең ҡарамаҡҡа, билдәләп кителгән проблемаларҙы тағы ла дауам итергә мөмкин. Ә былары төп сәбәптәр исемлегендә ҡалып торһон.
Дәүләт ярҙамы... Улар бар, шул уҡ зыян күргән тармаҡтар өсөн һалым һәм кредит түәлүҙәрен кисектереү, кредиторҙар тарафынан банкротлыҡҡа ғариза биреүҙе туҡтатыу, кредит буйынса ставкаларҙы кәметеү һәм башҡалары. Яҙ беренсе пакет ҡабул ителде, унан икенсеһе булды. 2021 йылға эшҡыуарҙарға Дәүләт ярҙамының өсөнсө пакеты ҡабул ителергә тейеш. Һуңғыһы йүнселлектең барлыҡ йүнәлештәренең дә пандемия осоронда юғалтыуҙарын иҫәпкә алыр тигән ышаныс бар. Ни тигәндә лә, тәүге пакеттарҙа ярҙамға дәғүә итә алған йүнәлештәр бик сикле ине, ә ғәмәлдә яңы шарттарҙа баҙар бихисап тармаҡтарҙың бәкәленә һуҡты.
“Опора России” кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының башҡортостандағы бүлеге етәксеһе Ләйсән Николаева.
Иҡтисади Башҡортостан - 27.11.20 Пандемия, һалым системаһындағы үҙгәрештәр, иҡтисади көрсөк һәм...эшҡыуарлыҡ
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 27.11.20 Пандемия, һалым системаһындағы үҙгәрештәр, иҡтисади көрсөк һәм...эшҡыуарлыҡ
