Иҡтисади Башҡортостан - 14.01.21 Фән һәм технологиялар йылы

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 14.01.21 Фән һәм технологиялар йылы
Иҡтисади Башҡортостан - 14.01.21 Фән һәм технологиялар йылы

Быйыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителде. Сикһеҙ реформаларҙан арыған ғалимдар был йылды ниндәй кәйеф менән ҡаршылай икән? Алдағы ярты сәғәттә тематик йылға ҡарата кәйеф менән фән тигәндең бөгөнгөһөн да анализлап китербеҙ.
Эйе, реформаларҙы күп күрҙе Рәсәй фәне, 300 йыллыҡ тарихы булған академия ла һуңғы 5 йылда байтаҡ һынауҙар аша үтте. Үҙгәреш кәрәк, шунһыҙ алға китеш юҡ, ә алға китештең нигеҙен тәшкил иткән Фән үҙе ынтылыш яһай алырмы? Һүҙҙе ниҙән генә башлаһам да һорауға барып төртөләм. Һорауҙарҙы студиябыҙ ҡунағы, Башҡортостан фәндәр академияһы Президенты Әлфис Ғаязовҡа төбәлә.