Йыл башынан Рәсәйҙең 8 төбәгендә Африка тағунының 18 осрағы асыҡланған. Был беҙҙе борсоуға һала тине Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Борсолор сәбәптәр бар, кеше сәләмәтлеге өсөн ҡурҡынысы булмаһа ла сусҡасылыҡҡа ни тиклем ҙур зыян килтергәнен күптәр яҡшы белә. Әле генә ҡыш башында ҡош киҙеүе республика сигенә етеп ҡурҡытып алғайны, хәҙер сусҡа сире.
Был ауырыуҙарҙың ҙур комплекстарға ла фермер һәм шәхси хужалыҡтарға ла етди зыян килтереү хәүефе бар. Ҡош киҙеүе мәҫәлән 2018 йылда күрше Татарстан һәм Сыуаш республикаларында таралғайны, ул ваҡытта сик буйына махсус пункттар ҡуйып беҙгә индермәй һаҡлап ҡала алдыҡ. Унан бер йыл алда шул уҡ Татарстанда вирус таралып ҡошсолоҡ фабрикаһында ярты миллион тауыҡ юҡ ителде. Өҫтәүенә ҡош киҙеүе кеше сәләмәтлеге өсөн дә хәүефле.
Ҡош киҙеүе һәм Африка тағуны, уларҙың таралыу хәүефе, республикалағы әлеге эпимиологик хәл, сирҙең кеше һаулығы өсөн хәүефе хаҡында алдағы ярты сәғәттә һөйләшербеҙ. Башҡортостан ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин бөгөн беҙҙең студияла ҡунаҡта.
Иҡтисади Башҡортостан - 11.02.21 Ҡош киҙеүе һәм Африка тағуны хәүефе
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 11.02.21 Ҡош киҙеүе һәм Африка тағуны хәүефе
