Иҡтисади Башҡортостан - 04.03.21 Кредит бурыстары күпме?

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 04.03.21 Кредит бурыстары күпме?
Иҡтисади Башҡортостан - 04.03.21 Кредит бурыстары күпме?

2019 йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Башҡортостан кредит бурыстары буйынса илдә 9-сы баҫҡыста ине, унан алдағы йылдарҙа тәүге унау исемлегендә лә булмай торҙо. Әммә күңелһеҙ статистика пандемиялы 2020 йылда тағы ла көҡтөлмәгән һөҙөмтәләргә алып килде. Республика халҡы кредит ҡоҙоғона тағы ла тәрәнерәк батты – бер йыл эсендә бурыстар 17 процентҡа артҡан.
Дөйөм Рәсәй буйынса алғанда эш хаҡының яртыһы кредит түләүгә китә. Башҡортостанда был һан тағы ла юғарыраҡ- банктарға бурысты бирер өсөн йыллыҡ килемдең 70 процентын тотонорға тура килә. Антирейтинг лидеры – Ҡалмыҡ республикаһы халҡы килемдең 86 процентын бурыс ҡайтарыуға тотона. Иң аҙ бурыслылар Ингушетияла йәшәй, улар эш хаҡының 10 процентын ғына кредитҡа ебәрә.
2019 йылда Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры халыҡтың күпләп бурысҡа батыуы ил иҡтисадына хәүеф менән янай тип белдергәйне. Алдағы йылдарҙа халыҡтың күпселеге бер кредит менән йәшәһә, һуңғы ваҡытта ике-өс кредит түләүселәр һаны арта. Бурыс шарының бер мәл килеп шартлауы ихтимал тип белдерелгәйне ул ваҡытта. Әммә һуңғы ике йылда халыҡҡа кредит биреү тағы ла тиҙерәк темптар менән артты ғына, бурысҡа аҡса биреү талаптарын ҡәтғиләштерергә кәрәк тигән белдереүҙәр һүҙҙә генә ҡалды.
Шул цҡ ваҡытта Рәсәйҙә кредит алыусыларҙың күпселеген аҙ килемле халыҡ тәшкил итә. Йәғни, бурысҡа алынған аҡса күп осраҡта көнкүреш өсөн мотлаҡ әйберҙәргә тотонола. Шул уҡ көнбайыш дәүләттәрендә банктар ярлыларға кредит бирергә ашыҡмай, сөнки уларҙы социаль яҡтан яҡлауҙы хәстәрләү зарур, ә быныһы инде дәүләттең бурысы.
Кешеләрҙең кредит ҡоҙоғона тәрәнерәк батыу сәбәптәрен барлап, уның эҙемтәләрен күҙәллауға бағышларбыҙ алдағы ярты сәғәттә барасаҡ һөйләшеүҙе. Халыҡ алған кредиттарҙың дәүләт иҡтисадына йоғонтоһон да анализларбыҙ. Студиябыҙ ҡунағы, тапшырыуҙың даими эксперты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов.