Иҡтисадтың төп нигеҙе һәм киләсәге эшҡыуарлыҡта. Был үҫешкән илдәр миҫалында күптән раҫланған. 30 йылдан ашыу баҙар иҡтисадына яраҡлаша торғас беҙ ҙә быны яҡшы аңланыҡ...Аңланыҡ, тик әлегә йүнселлек беҙгә ауыр бирелә. Тарихи нигеҙҙә коллективлашыу идеологияһының ятыуы, заманында халыҡ менталитетында эшҡыуарлыҡҡа кире ҡараш тәрбиәләнеүе, әле дәүләт механизмдарының камиллашып бөтмәүе лә быға үҙ өлөшөн индерә.
Шулай тиһәк тә бөгөн йәштәрҙең күпселеге бизнесмен булыуҙы, үҙ эшен асыуҙы төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя, тимәк менталитеттағы “тап”тар юйыла. Эшҡыуарлыҡ Рәсәй йәмғиәте өсөн яҡшы бер күренешкә әйләнә бара... Бер ниһеҙ эш башлап миллионер дәрәжәһенә еткәндәрҙе күреү ҙә бюрократик һәм башҡа баҫымдарҙың кәмеүенә ишара.
Ә эшҡыуарлыҡ – ул киң даирәле үҙе бер тотош тере организм. Һатыуҙа алымдар, маркетинг, реклама ысулдары һәр саҡ алышынып торһа, етештереүҙә технологиялар, сифат һатып алыусының ихтыяжына ҡарап үҙгәреп бара. Хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә сифат менән бер рәткә клиентҡа ҡарата мөнәсәббәт беренсе урынға сығып баҫа.
Бизнес башлау, эште ойоштороу, алып барыу, һатыу оҫталығын камиллаштырыу серҙәрен бер ҡалыпҡа һалып һатыу, йәғни кешене бизнесмен булырға өйрәтеү үҙе айырым бер бизнесҡа әйләнә...Сөнки ихтыяж бар. Был ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү маҡсатынан алдағы ярты сәғәттә беҙ ҙә эшҡыуарлыҡҡа бәйле һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ. Ә уларға яуапты иң йәш бизнесмендарҙың береһе, республикала күптәргә таныш Динар Шәһиев бирер.
Иҡтисади Башҡортостан - 25.03.21 Киләсәк - йәштәр һәм... эшҡыуарҙар ҡулында
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 25.03.21 Киләсәк - йәштәр һәм... эшҡыуарҙар ҡулында
